Ҡурай
-9 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
4 Октябрь 2018, 17:57

100 йыллыҡҡа - 100 объект

Яңауыл районының ике объекты «Башҡортостандың йөҙ йыллығына – 100 яңы объект» исемлегенә ингән.

Уның береһе – ҡаланың төньяҡ өлөшөндә урынлашҡан 160 урынлыҡ балалар баҡсаһы - былтыр йыл аҙағында сафҡа индерелде. Тағы ла мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн мәктәп-интернаттың яңы корпустары төҙөләсәк.Төҙөү эштәре быйыл башланасаҡ. Бина өс ҡатлы буласаҡ, унда мәктәп, интернат, спортзал урынлашасаҡ. Ғөмүмән, бында балалар өсөн бөтә шарттар ҙа булдырыласаҡ. Республика ҡаҙнаһынан юбилей төҙөлөшөнә 337 миллион һумдан артыҡ аҡса бүленгән.
Мәктәп-интернатта 170 бала белем ала. Өлкән класс уҡыусылары ваҡытлыса ҡаланың 4-се мәктәбендә, башланғыс класс уҡыусылары интернат зданиеһында уҡып торасаҡ.
Читайте нас