Бөгөн Нефтекама ҡала мәғариф идаралығы тарафынан 1730 балаға путевка бирелгән. Мәктәпкәсә белем биреү бүлеге етәксеһе Г. И. Гәрәева әйтеүенсә, был һан, хеҙмәт итеүсе ата-әсәләрҙең ғаризаһына таянып яҙылған предприятиелар ходатайствоһы иҫәбенә, тағы ла артасаҡ.
Әлеге ваҡытта балалар баҡсаға билдәләнер алдынан мотлаҡ медицина тикшереүен үтә. Махсус комиссия тарафынан ҡабул ителгән балалар баҡсаһында кесе төркөмдәргә балалар алыу эше башланған да инде. Кескәйҙәрҙе еңел булмаған адаптация осорон үтеү көтә. Әлеге ваҡытта сиратта 0 йәштән 3 йәшкә тиклемге 4393 бала тора, улар һаны әүҙем арта бара.