Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
4 Октябрь 2018, 17:49

«Торос»тың сираттағы еңеүе

Ижау ҡалаһында В.С.Тарасов иҫтәлегенә арналған хоккей турниры үтте.

Унда Нефтекама «Торос» хоккей клубы ла ҡатнашты. Сезон алды турнирында Юғары хоккей лигаһының алты командаһы – «Торос» (Нефтекама), «Молот-Прикамье» (Пермь), «Торпедо» (Усть-Каменогорск), ЦСК ВВС (Һамар), «Югра» (Ханты-Мансийск) һәм ярыш хужалары «Ижсталь» ҡатнашты. Нефтекамалар беренсе уйынды «Ижсталь» менән үткәрһә, икенсе ярышташтары булып «Молот-Прикамье» командаһы торҙо. Ике еңеү яулап, турнир регламентына ярашлы, нефтекамалар финалға сыҡты һәм ҡаҙағстан хоккейсыларына («Торпедо») ҡаршы уйнаны. Көсөргәнешле ярыштар нәтижәһендә, беҙҙең «Торос» 6:3 иҫәбе менән еңеү яуланы һәм төп призға лайыҡ булды.
Читайте нас