Ҡурай
+13 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
16 Октября 2018, 11:10

Республика халҡы географик диктантҡа әҙерләнә

Башҡортостан мәктәптәрендә география буйынса белем сифатын тикшереләр.

Мәғариф министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 7 класс уҡыусылары өсөн контроль эштәр бөгөн, 10 кластарға 18 октябрҙә үтә. Тест бөтә мәктәптәрҙә лә түгел, ә республика буйынса 26 белем биреү учреждениеһында ғына ойошторола. География фәндәре кандидаты Зәкирә Латыпова әйтеүенсә, балаларҙың белеме яҡшыларҙан түгел, белем биреү тәртибен дә үҙгәртергә кәрәк. Былтыр фәнде уҡытыу буйынса концепция ҡабул ителгән. Рәсәйҙә һәм Башҡортостанда 11 ноябрҙә география диктанты үтә. Унда теләгән һәр кем ҡатнаша ала.
Читайте нас