Өфөлә Республика көнөнә арналған спорттың милли һәм халыҡ төрҙәре буйынса ХХV республика фестивале үтте. Көрәш буйынса ярыштарҙа Тәтешле районынан Рәмил Бәҙәмшин үҙ ауырлыҡ категорияһында – 1-се, Илшат Зекрин – 2-се, Ринат Низаметдинов –3-сө урындар яуланы.