Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Октября 2018, 16:47

Динар Ғилметдинов: "Рөхсәтһеҙ автобус йөрөтөүселәр булмаясаҡ"

Бөгөн Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙа Өфөләге пассажир транспортына бәйле мәсьәләләр ҡаралды. Кәңәшмәлә рөхсәтһеҙ автобус маршруттарын ябыу, ҡайһы бер йүнәлештәр буйынса транспортты кәметеү буйынса тәҡдимдәр булды.

Башҡортосан парламенты етәксеһе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов:
- Депутаттар һәм Өфө ҡала хакимиәте белгестәре декабргә тиклем проблеманы хәл итеү юлдарын өйрәнәсәк. Пассажирҙарҙы йөрөтөү буйынса мәсьәләләрҙе тикшерҙек. Ҡалаға беҙ методик яҡтан ярҙам итәсәкбеҙ.
Башҡортостан юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге дәүләт инспекцияһы етәксеһе Динар Ғилметдинов фекеренсә, "Тәү сиратта пассажир ташыған автобус хужалары менән һөйләшергә, мәсьәләне улар менән бергә хәл итергә кәрәк".
Рөхсәтһеҙ автобус йөрөтөүселәр менән көрәш буйынса эшсе төркөмдөң киләһе ултырышы ноябрҙә үтә.
Читайте нас