Ҡурай
-2 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
18 Октября 2018, 12:33

Керчь политехник колледжында яңғыраған шартлау һөҙөмтәһендә 18 кеше һәләк булған

Кисә Керчь политехник колледжында шартлау булған. 20 кеше һәләк булған һәм яҡынса 50 яраланған, уларҙың күпселеге – үҫмерҙәр. Зыян күреүселәр тураһында мәғлүмәт асыҡлана, тип хәбәр итә ТАСС. Ҡырымда өс көнлөк матәм иғлан ителгән.

Добавить в предпочтительные источники Google
Тәфтиш комитеты мәғлүмәттәре буйынса, металдан предметтар менән тултырылған ҡулдан эшләнгән ҡоролма шартлаған. Тәфтиш комитеты теракт статьяһы буйынса енәйәт эше асҡан.
Ҡырым Башлығы Сергей Аксенов белдереүенсә, терактта 4-се курс студенты ғәйепләнә, ул ошо хәлдән һуң үҙ-үҙен атып үлтергән. Һуңынан шартлау тураһында енәйәт эше үлтереү статьяһына алмаштырылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы шартлау менән бәйле ҡыҙыу элемтә ойошторҙо — 8 (3652) 55-09-05.
Читайте нас