Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Октября 2018, 12:16

Пенсионерҙар ГТО нормативтарын үтәне

Ағиҙел ҡалаһы ГТО нормативтарын үтәү буйынса республикала беренсе урында бара. Ҡалала балалар баҡсаларында тәрбиәләнеүселәрҙән башлап барлыҡ йәштәгеләр ҙә был сарала әүҙем ҡатнаша.
Өлкәндәр көнөн пенсионерҙар «Ағиҙел» спорт-ял итеү үҙәгендә ҡаршыланы. Башта урамда ике километр йүгерҙе, унан һуң спортзалға инеп, гимнастик күнегеүҙәрҙе тапшырҙы, иң ҡыйыуҙары бассейнда 25 метрға йөҙөү нормативтарын үтәне. Был көндө пенсионерҙарҙың күбеһе бронза, көмөш һәм алтын значокка лайыҡ булды.
Читайте нас