Кешеләр араһында ямандары күпме, әллә яҡшыларымы? Был һорауҙы мин үҙ-үҙемә йыш бирәм. Ғәҙелһеҙлек, насарлыҡ, рәнйетеү, йәберләү күренештәренә тап булһам, «насар кешеләр күберәктер», тигән уй баҫып ала. Ә мәрхәмәтле, башҡа кешенең ҡайғыһына битараф булмағандарҙы осратһам, «шулай ҙа был донъяла яҡшы кешеләр күберәк икән», тип ҡыуанам.
Һуңғы ваҡытта Ирекмәндәр хәрәкәте, улар башҡарған изге эштәр тураһында күп ишетергә тура килә. Ирекмәндәрҙең күбеһе йәштәр булыуы икеләтә ҡыуаныс өҫтәй. Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Ирекмән көнөн ойоштороу тураһындағы указға ҡул ҡуйыуы һәм 2018 йылды Ирекмәндәр йылы тип иғлан итеүе был хәрәкәткә ҡарата йәнә ихтирам һәм ҡыҙыҡһыныу уятты. Ста-тистика мәғлүмәттәренә ярашлы, Рәсәйҙә йәшәүсе халыҡтың ете проценты волонтерлыҡ хәрәкәтендә теләп ҡатнашһа, 15 проценты төрлө ижтимағи сараларға әүҙем йөрөй.
Нефтекама ҡалаһында ла Ирекмәндәр берләшмәләре берҙәм эшләй. Бөгөнгө көндә нефть һәм педагогия колледждарында, «Октава» үҫмерҙәр клубында, «Берҙәм Рәсәйҙең Йәш Гвардиясылары» Бөтә Рәсәй йәмәғәт ойошмаһының В.Белоглазов етәкселегендәге Нефтекама бүлеге волонтерҙары, «Фәрештә-Юл япрағы» («Ангел-Подорожник») Республика Хәйриә фонды ойошмаһының Нефтекама бүлеге волонтерҙары, шулай уҡ дөйөм, урта, юғары уҡыу йорттарында ирекмәндәр төркөмө бар. Улар төрлө сараларҙы үткәреүҙә тос ярҙам күрһәтә.
«Фәрештә-Юл япрағы» Республика Хәйриә фонды ойошмаһы инде 2005 йылдан бирле балалар йорттарына, приюттарға, интернаттарға, сәләмәтлек мөмкинлектәре сикләнгән сабыйҙарға, ҡарттар йорттарына бағымсылыҡ итә, аҙ милекле ҡатламға ярҙам күрһәтә.
«Фәрештә-Юл япрағы» Хәйриә фонды ирекмәндәре республикабыҙҙың бөтә ҙур ҡалаларында ла бар. Фонд менән студенттар, пенсионерҙар, хеҙмәткәрҙәр, хатта тоташ ғаиләләр хеҙмәттәшлек итә. Уларҙың бөтәһен дә кешеләргә изгелек эшләү, донъяны яҡшы яҡҡа үҙгәртеү, кәрәк саҡта ярҙам ҡулы һуҙыу теләге, шәфҡәтлелек, миһырбанлыҡ, изгелек сифаттары берләштерә. Дөйөм алғанда, республика буйынса меңдән артыҡ ирекмән үҙ машинаһында төрлө социаль учреждениеларға барып, үҙ аҡсаһына өлкәндәргә һәм балаларға ярҙам күрһәтә.
«Фәрештә-Юл япрағы» Хәйриә фонды ирекмәндәре Нефтекама ҡалаһында ла бар. Уларҙың эше тураһында беҙ әүҙем волонтерҙарҙың береһе Эльза Наил ҡыҙы Ямалова менән әңгәмәләштек.
– Эльза Наил ҡыҙы, һеҙ нисек волонтер булып киттегеҙ?
– Мәктәптә уҡыған сағымда ҡалала ҡарттар йорто бар ине. Әсәйем менән байрамдарҙа улар янына барып хәлдәрен белә, сәй, емештәр килтерә торғайныҡ. Шулай итеп, бәләкәй сағымдан уҡ мохтаждарға ярҙам ҡулы һуҙырға өйрәндем. Волонтерлыҡ эшем биш йыл элек башланды. Әхирәтем Гөлшан Фәхретдинова интернет селтәрендә «Фәрештә-Юл япрағы» Хәйриә фонды эшмәкәрлеге тураһында уҡып белгәс, уның эшенә миңә лә ҡушылырға тәҡдим итте. Мин бик теләп риза булдым. Беҙ бергәләп балалар йорттарына төрлө саралар, һөнәри кластар, әңгәмәләр әҙерләп йөрөй башланыҡ. Күпмелер ваҡыт үткәс, фонд директоры Аксель Гросс был йүнәлеште тоташ ҡалала йәйелдереп ебәреүебеҙҙе һораны. Шул көндән алып, беҙ үҙ командабыҙға яңы ирекмәндәр эҙләй башланыҡ, уларҙы уҡытыу, өйрәтеү бурысын дә үҙ өҫтөбөҙгә алдыҡ. Хәҙер инде ҙур, берҙәм команда тупланыҡ, бергә үҫәбеҙ, камиллашабыҙ. Волонтерлыҡ эше тормошомдоң бер өлөшөнә, йәшәү рәүешемә әйләнде.
– Яңы килгән ирекмәндәрҙе өйрәтеү, уҡытыу эше нисегерәк алып барыла?
– Балалар, ҡарттар, инвалидтар менән эшләүсе волонтерҙар өсөн «Изгелек. Мөхәббәт һәм Гармония дәрестәре» инструкцияһы булдырылған. Дәрес үҙ эсенә уйындар, мәрхәмәтлек, кешелек сифаттары тураһында әңгәмәләр һәм ижади күнекмәләр туплаған. Был уларға социаль адаптацияла, үҙҙәренең ыңғай сифаттарын нығытыуҙа ярҙам итә. Шулай уҡ М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән берлектә «Изгелек. Мөхәббәт һәм гармония дәрестәре» методик пособиеһы әҙерләнгән.
Фонд волонтерҙары һәм хеҙмәткәрҙәренең төрлө категория инвалидтары менән эшләүҙә ҙур тәжрибәһе бар. Психоневрологик интернаттарҙа йәшәүсе аҡыл һәм физик яҡтан үҫеше артта ҡалған балалар һәм өлкәндәр менән эшләүгә ҙур иғтибар бирәбеҙ.
– Үҙегеҙ тәҡдим иткән программалар бармы?
– Әлбиттә, булғандарын әүҙем ҡулланабыҙ һәм яңыларын да индерергә тырышабыҙ. Булғандарынан: «Ҡала кешеләренән – ауыл кешеләренә» проекты. Әҙ тәьмин ителгән ауыл ғаиләләренә кейем-һалым, канцтауарҙар, дарыу, көнкүреш әйберҙәре менән ярҙам күрһәтәбеҙ. «Социаль учреждениеларҙа һәм мәктәптәрҙә дәрестәр» проекты өс өлөштән тора – уйын, әңгәмә һәм ижад. «Сал Урал» проекты иһә 50 һәм унан да өлкәнерәк йәштәгеләрҙе ирекмәндәр рәтенә ылыҡтырыуҙы күҙ уңында тота.
«Фәрештә-Юл япрағы» Хәйриә фонды һәм Йәштәр Советы-Нефтекама Әсәйҙәр клубы менән берлектә яңы проект барлыҡҡа килде. Уның маҡсаты – ғаилә институтын нығытыу, айырылыусы ғаиләләр һанын кәметеү. Был йәһәттән әсәйҙәрҙең һәм балаларҙың буш ваҡытын файҙалы итеп үткәрергә өйрәтеүсе дәрестәр ҡаралған. Өр-яңы сара «MAMAFEST» фестивален ойошторҙоҡ.
Беҙҙең фонд яңы ирекмәндәрҙе ҡабул итергә һәр ваҡыт әҙер, рәхим итегеҙ!