Рәсәй халҡына 1 ноябргә тиклем мотлаҡ медицина страховкаларын яңыға алмаштырыу талап ителә. Был мәғлүмт йәшен тиҙлегендәй тотош илде урап сыҡты. Йәнәһе лә, ноябрҙән алып яңы полистары булмағандар хеҙмәтләндерелмәйәсәк. Төптө дөрөҫ түгел. Медицина хеҙмәте иҫке полис менән дә яңыһы менән дә күрһәтеләсәк.