Башҡортостан аграрийҙарының профессиональ әҙерлеген тикшереүгә 85 миллион һумдан ашыу аҡса бүленәсәк. Белем кимәлен Агросәнәғәт комплексында компетенциялар үҙәге баһаларға тейеш. Уны булдырыу кәрәклеге тураһында вице-премьер вазифаһын башҡарыусы Илшат Фәзрахманов белдерҙе. Ауыл хужалығында кадрҙарға ҡытлыҡ ҙур, кәмендә 2 мең ярым хеҙмәткәр кәрәк.
- Төбәк үҙәге булған эшселәрҙең квалификацияһын тикшерә, уҡыу йортон тамамлаусыларҙы ла тура эшкә урынлаштырыу мөмкинлеге була, - тине Илшат Фәзрахманов.
Быйыл Башҡортостан ауыл хужалығына федераль һәм төбәк ҡаҙналарынан 5 миллиард 800 миллион һум бүленде. 120 миллиард һумлыҡ агросәнәғәт продукцияһы етештерелде.