Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
6 Ноябрь 2018, 22:59

Айыуҙы бǝргǝн дǝ - ҡасҡан

Башҡортостанда айыуҙы бәрҙергән машина хужаһын эҙләйҙәр.
Дүртөйлө районы Елановка ауылы янында ғǝҙәти булмаған юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Был аварияла айыу һәлǝк булған.
Авария тәүлектең ҡараңғы ваҡытына тура килгән.
Буйы 1 метр 90 сантиметрлы айыу оло юлды киҫеп сығып барғанда, йөк машинаһы аҫтына эләккән.
Хайуандың үлемендә ғǝйепле водитель полиция хеҙмәткәрҙәре килгәнен көтөп тормайынса, авария урынынан эҙен һыуытҡан. Машина хужаһы административ кодекс буйынса яуап бирәсәк, тип хәбәр итәләр Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығынан Хǝҙер уға 15 меңдǝн алып 35 меңгǝ яҡын штраф янай.
Читайте нас