Бөгөн мәктәп уҡыусылары араһында олимпиаданың муниципаль этабы башланды. Ул декабрь урталарына тиклем дауам итә. Балалар ике тиҫтәнән ашыу предмет буйынса белемен күрһәтә. Район-ҡалалар кимәлендәге ярыштарҙа 7-11 класс уҡыусылары ҡатнаша. Бөтә Рәсәй Олимпиадаһының төбәк этабы иһә киләһе йылдың ғинуар-февраль айҙарында уҙғарыла.