Ауырыу кимәле эпидемик сиктән 26,1% түбән ҡала. Шул уҡ ваҡытта вирус инфекцияһының киң таралыу осоро 2019 йылдың февраль-мартында көтөлә, тип хәбәр итте Өфө хакимиәтендәге оператив кәңәшмәлә Роспотребнадзорҙың Башҡортостан буйынса идаралығы етәксеһе урынбаҫары Галина Пермина.
Республикала санитар табиптарҙың фараздары буйынса А1 «Мичиган», А2 «Сингапур» һәм В «Колорадо» тигән грипп вирустарының таралыуы мөмкин. Улар Башҡортостанда алдағы йылдарҙа күҙәтелгән һәм ҙур хәүефлек тыуҙырмаҫҡа тейеш. Әммә системалы профилактик эш талап ителә.
Организмды ҡаты өҙлөгөүҙән һаҡлау өсөн киҙеүҙән прививка яһатыу мөһим. Дөйөм сирләгән кешеләр иҫәбенән 2% самаһы вакцинация файҙаһының дәлиле булып тора.
Ғәҙәттәгесә, федераль бюджет аҡсаһы иҫәбенә прививка балалар баҡсаларына йөрөгән балаларға, мәктәп уҡыусыларына, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениелары хеҙмәткәрҙәренә, студенттарға һәм хеҙмәткә саҡырыу йәшендәге үҫмерҙәргә, 60 йәштән оло граждандарға һәм башҡаларға эшләнә. Киҙеү эпидемияһын булдырмау өсөн халыҡтың 45% ашыуы прививка яһатырға тейеш.