Ҡурай
+19 °С
Облачно

“Ҡурай”ға яҙылырға онотмағыҙ!

“Ҡурай”ға 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу дауам итә

“Ҡурай”ға 2019 йылдың беренсе ярты йыллығына яҙылыу дауам итә
Республикабыҙҙың төньяҡ-көнбайышында башҡорт телендә сығып килгән берҙән-бер “Ҡурай” гәзитенә яҙылып ҡуйырға саҡырабыҙ һеҙҙе, хөрмәтле гәзит уҡыусылар. Беҙ үҙебеҙҙең телебеҙҙе һаҡларға, яҡларға һәм белергә тейешбеҙ. Ә беҙ иһә был төбәктә урынлашҡан ҡала һәм райондарҙағы ваҡиғаларҙы, яңылыҡтарҙы үҙ ваҡытында һеҙгә еткереп торорбоҙ тип ышандырабыҙ.
Хаҡтарҙы ла иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: почта аша яҙылған осраҡта (индексы − 00633) ярты йылға яҙылыу − 205 һум 38 тин, гәзитте редакциянан килеп алырға теләйһегеҙ икән – 150 һум , электрон версияны һайлаған осраҡта - 168 аҡсағыҙ ҙа етә. Электрон версияға яҙылыр өсөн ошо һылтанма буйынса инергә була: https://rbsmi.ru/catalog/podpiska/1070/
Беҙ, ҡурайсылар, гәзиткә яҙылыр өсөн кәм тигәндә биш сәбәп бар тип уйлайбыҙ. Беренсе сәбәп – «Ҡурай”ға яҙылһағыҙ, заман менән бергә атлаясаҡһығыҙ. Икенсеһе - рухи яҡтан үҙегеҙҙе байытасаҡһығыҙ. Өсөнсө сәбәп - төньяҡ-көнбайышта йәшәп ижад иткән ҡәләм оҫталарының әҫәрҙәре, шиғырҙары менән танышырға мөмкин.
Дүртенсеһе – үҙ туған телеңдә рәхәтләнеп гәзит уҡырһығыҙ! Бишенсеһе - айын бер тапҡыр «Ҡурай” аша күрше ҡала һәм райондарҙа булған хәл-ваҡиғалар эсендә ҡайнарһығыҙ!
Гәзиттең “ВКонтакте”, “Одноклассники” социаль селтәрҙәрендә лә үҙ төркөмө бар. Беҙҙең гәзиткә яҙылығыҙ, беҙҙең сайтҡа керегеҙ, үҙегеҙ өсөн күп төрлө яңылыҡтар асығыҙ,
Бергә булдыҡ, бергә ҡалайыҡ!
Читайте нас