Конкурс милли йолаларҙы һәм ғөрөф-ғәҙәттәрҙе пропагандалау, ижади ҡеүәтте асыу һәм йәштәрҙе ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итеү маҡсатында уҙғарыла. Конкурста республиканың Краснокама, Мишкә, Тәтешле, Бөрө, Ҡалтасы райондарынан һәм күрше Удмурт Республикаһынан ҡыҙҙар ҡатнаша. Бәйге сәғәт 11-ҙә башлана.