Ҡурай
0 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
9 Ноябрь 2018, 14:00

Атамаһы ғына татлы...

14 ноябрҙә бөтә донъяла шәкәр диабетына ҡаршы көрәш көнө

Шәкәр диабетының теләһә ҡайһы йәштә килеп сығыуы ихтимал. Шулай ҙа йышыраҡ ололар ауырый. Уның менән яфаланыусылар йыл һайын арта бара.
Шәкәрҙең ҡандағы нормаһы 3,3 - 5,5 ммоль/л булырға тейеш.
Был сирҙең ундан артыҡ сәбәбе бар. Бала саҡтан вирус инфекциялары менән йыш ауырыһаң, ашҡаҙан аҫты биҙе елһенһә, был диабетҡа килтерә. Шулай уҡ һимереү - диабетҡа беренсе аҙым. Дөрөҫ туҡланмау, ваҡытлы-ваҡытһыҙ ашау ҙа – сирҙең сәбәбе. Оҙаҡ ваҡыт күпләп татлы аҙыҡтар ашау менән мауығыусыларҙың ашҡаҙан аҫты биҙенә ауырлыҡ төшә. Кешеләргә хәрәкәт етешмәй. Ике-өс туҡталыш көтөп торғансы, атлаһаң файҙалыраҡ. Насар ғәҙәттәр ҙә этәргес булып тора.
Шәкәр диабеты менән сирләй башлауҙың төп билдәләре: кеше ябыға, тиҙ хәле бөтә, ауыҙ кибә, бындай осраҡтарҙа анализ биреп ҡандағы шәкәрҙең нормаһын тикшертергә кәрәк.
Диабетты ике төргә бүлеп йөрөтәләр: I һәм II типтар. Беренсе осраҡта ашҡаҙан аҫты биҙе инсулин эшләп сығармай һәм уны организмға индерергә тура килә. Икенсеһендә инсулин етә, уға ҡытлыҡ кисерелмәй, әммә теге йәки был сәбәп менән ул үҙ функцияһын үтәй алмай.
Табиптар әйтеүенсә, шәкәр сирлеләрҙең йылдам артыуы хәҙерге йәшәү рәүешенә лә бәйле. Мәҫәлән, дөрөҫ туҡланмау, аҙ хәрәкәтләнеү, даими стресс үткәреү һәм артыҡ ауырлыҡ — сир башланыу өсөн сәбәп.
Читайте нас