Ҡурай
+10 °С
Ясно

«Башавтотранс» водителе оло йәштәге ҡатын-ҡыҙҙы бер нисә метр һөйрәп барған һәм ҡасҡан

Өфөнөң Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә бер ханым аварияла зыян күргән.

Өфөнөң Совет майҙанында көндөҙгө сәғәт 3 тирәһендә бер ханым аварияла зыян күргән. «Башавтотранс» предприятиеһының 75-се маршрут буйынса йөрөгән «НефАЗ» автобусы туҡталышта пассажирҙарҙы сығара башлаған. Оло йәштәге ханым автобустан төшөп өлгөрмәгән: водитель уны ишеккә ҡыҫтырып, бер нисә метр һөйрәп барған. Аҙаҡтан асыҡланыуынса, Людмила исемле ҡатын ғилми хеҙмәттәр менән китапханаға йүнәлгән булған.
«Ул башы менән асфальтҡа һуғылған, аяҡ-ҡулы имгәнгән, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына ошо хәлде үҙ күҙҙәре менән күргән Урал Ғүмәров.— Бер ир менән уны эскәмйәгә ултырттыҡ һәм ашығыс ярҙам саҡырҙыҡ. Табиптар уны дауаханаға алып китте. ЮХХДИ-на шылтыратырға тиҙ генә төшөнмәнек».
Юл фажиғәһенең шаһиттары Дәүләт автоинспекцияһы хеҙмәткәрҙәренән «Уфанет» камералары аша ғәйепле водителде табыуҙы һорай.
Читайте нас