Өфө үтә бысраҡ ҡала кеүек тәьҫир ҡалдыра, тине Радий Хәбиров ҡала хакимиәтендәге кәңәшмәлә. Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы ҡала хеҙмәттәренә, яғыулыҡ-майлау материалдары һәм башҡа ресурстар менән ярҙам итергә вәғәҙәләп, урамдарҙы таҙартыу мәсьәләһе менән ныҡлап шөғөлләнергә тәҡдим итте.
«Өфө — бик матур ҡала. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уға һоҡланып йөрөргә ваҡыт юҡ. Ләкин көн һайын Салауат Юлаев проспектынан йөрөргә тура килә, ә унда 10 сантиметрлыҡ бысраҡ. Көҙгөһөн Шишмә эргәһенән үтеп барғанда шәкәр заводына баҫыуҙан сөгөлдөр ташығандары хәтергә төштө. Өфө юлдарында ла шундай уҡ бысраҡ. Урамдарҙа бысраҡ бордюрҙар янына йыйыла, кипһә — ҡала туҙанға күмелә. Шуға күрә тәү сиратта таҙалыҡ булдырыу зарур. Быға тиҙ генә ирешеүе мөмкин түгел, ләкин шөғөлләнергә кәрәк. Бына Мәскәүҙә Кутузов проспектынан аҡ нәски кейеп йөрөргә лә мөмкин. Беҙҙә лә шундай таҙалыҡ булырға тейеш», — тине республика етәксеһе, мэрия хеҙмәткәрҙәренә бергәләп ҡала буйлап йөрөргә тәҡдим итеп.