Ҡурай
+9 °С
Облачно

Радий Хәбиров Өфөлә социаль объекттарҙы төҙөп бөтөүҙе һәм торналар фонтанын тергеҙеүҙе талап итте

Радий Хәбиров Өфөлә оҙаҡ төҙөлгән социаль объекттарҙы тамамлауҙы һәм ҡаланы тәртипкә килтереүҙе талап итте.

Радий Хәбиров Өфөлә оҙаҡ төҙөлгән социаль объекттарҙы тамамлауҙы һәм ҡаланы тәртипкә килтереүҙе талап итте. Кисә Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Өфө хакимиәтендәге кәңәшмәлә ҡатнашты. Ул баш ҡалала «ташландыҡ хәлгә килгән меңләгән объект» табырға мөмкин тип билдәләне һәм ҡаланың элекке визит карточкаһы булған Ҡала мәҙәниәт һарайындағы емерелгән күренекле «Бейеүсе торналар» фонтанының тарихын хәтергә төшөрҙө. Хәҙер фонтан урынында ресторанға өс ҡатлы бина төҙөлгән.
Өфөлә күптән булмаған кешенең тәьҫораттары менән уртаҡлашып, төбәк етәксеһе ҡаланы төҙөкләндереүҙә булған асыҡтан-асыҡ дисбалансты билдәләне. «Матур урындар бар – ундайҙар бер ҡайҙа ла юҡ. Ҡайҙалыр аҡса һалынған, ә ҡайҙалыр – йәмһеҙлек. Планлы рәүештә хәлде төҙәтергә кәрәк», — тип тәҡдим итте республика Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы.
Читайте нас