9-12 ноябрҙә Санкт-Петербургта “Малахит ҡумта” Бөтә Рәсәй халыҡтар мәҙәниәте конкурс-фестивале үтте. Ижади ярышта Рәсәйҙең бөтә федераль округтарынан һәм сит илдәрҙән 80 артыҡ коллектив, 130 солист һәм дуэттар ҡатнашҡан.
Башҡортостан Республикаһы исеменән Краснокама районының Ҡуян ауыл Балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыларынан торған “Импульс” ансамбле сығыш яһаны. Коллективтың етәксеһе – Ришат Фәһим улы Рамаҙанов. «Импульс» ансамбле “Халыҡ интсрументтары” номинацияһында Беренсе дәрәжә лауреаты исеменә лайыҡ булған. Ансамбль Диплом һәм кубок менән бүләкләнгән.