Ҡурай
+1 °С
Ясно

2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡсасыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә

Халыҡта «дача конституция»һы тип йөрөтөлгән 217-се федераль закон үҙ көсөнә ингәндән һуң баҡсасыларҙы ниндәй үҙгәрештәр көтә?

Добавить в предпочтительные источники Google
«Росреестр»ҙың һуңғы мәғлүмәттәре буйынса, республикала баҡса участкаларында урынлашҡан 9 меңдән ашыу йорт теркәлгән. Ошо ер участкаларына теркәлгән хоҡуҡтар — 130 меңдән ашыу.
Баҡсасылар өсөн иң мөһим яңылыҡтарҙың береһе – 2019 йылдың 1 ғинуарынан баҡса участкаһында торлаҡ йорт һалыу мөмкинлеге.
Бынан тыш, яңы закон баҡса йортон йәшәргә яраҡлы тип таныуҙы ла билдәләне.
Баҡса участкаһында йорттан тыш, мунса, һарай, гараж, мөгәрәп һәм башҡа хужалыҡ ҡаралтылары төҙөргә рөхсәт ителә, ләкин улар күсемһеҙ объект тип иҫәпләнмәй. Баҡсасылар ошо участкала милек хоҡуғын рәсмиләштерә алмай.
«Дача конституция»һы 2019 йылдың 1 ғинуарынан коммерцияға ҡарамаған баҡсасылыҡ ширҡәттәрен ойошторорға мөмкинлек бирә. 2019 йылдың 1 ғинуарына тиклем булдырылған коммерцияға ҡарамаған ойошмаларҙы үҙгәртеп ҡороу талап ителмәй.
Читайте нас