Ҡурай
+27 °С
Облачно

Иғтибар! Башҡортостан юлдарында ваҡытлыса транспорт хәрәкәте сикләнә

Һауа торошо тотороҡланмаһа, сикләүҙең ваҡыты оҙайтылырға мөмкин.

Һауа торошо шарттары насарайыу сәбәпле, республикала ваҡытлыса пассажир автобустары һәм маршрут таксиҙарының хәрәкәте сикләнде. Был сара кисәге 21 сәғәт 30 минуттан бөгөн төнгө сәғәт 12-гәсә М-5 "Урал" трассаһының 1194-1548-се километрҙарында, М-7 "Волга" автомобиль юлының 1169-1331-се километрҙарында, Р-240 "Өфө-Ырымбур" юлының 16-280-се километрҙарында, шулай уҡ Өфөнөң Көнбайыш урау юлында 0-27-се километрҙарҙа үҙ көсөндә ҡалды.
Һауа торошо тотороҡланмаһа, сикләүҙең ваҡыты оҙайтылырға мөмкин. Хәрәкәт ҡатмарлашҡан осраҡтарҙа 8 (347) 228-12-18, 8-917-046-79-53 телефондары буйынса дежур диспетчер хеҙмәтенә шылтыратыу һорала.
Автомобиль йөрөтөүселәргә алыҫ юлға сығыуҙы кисектереп торорға, машиналарын ағастар, электр линиялары бағаналары, яҡшылап нығытылмаған конструкциялар янында ҡалдырмаҫҡа кәңәш ителә. Юл насар күренгәндә юл ситендә туҡтап, авария утын тоҡандырырға.
Читайте нас