Ҡурай
+20 °С
Ясно

Фольклориада–2020 логотиплы булды

Быйыл сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәге 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһының логотибына конкурс иғлан иткәйне.

Быйыл сентябрҙә Республика халыҡ ижады үҙәге 2020 йылда Башҡортостанда үтәсәк VI Бөтә донъя Фольклориадаһының логотибына конкурс иғлан иткәйне.
Бәйгегә Башҡортостандың төрлө район һәм ҡалаларынан 70-тән ашыу ижади эш ҡабул ителгән. Һөҙөмтәлә Өфө дизайнеры Андрей Масленников тәҡдим иткән логотип иң яҡшыһы тип табылған.
Эштәрҙе баһалағанда идея үҙенсәлегенә, композиция бөтөнлөгөнә, логотиптың Фольклориаданың төп маҡсаттарын һәм йөкмәткеһен асыуына иғтибар ителгән.
Конкурс еңеүсеһенә – аҡсалата бүләк, ә ҡатнашыусыларға Рәхмәт хаттары тапшырыласаҡ.
Читайте нас