Ҡурай
+8 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
3 Декабря 2018, 12:58

Еңеүселәр араһында – Нефтекама уҡытыусылары

«Электрон саралар ҡулланып уҡытыу буйынса иң яҡшы дәрес» республика конкурсына йомғаҡ яһалды.

«Электрон саралар ҡулланып уҡытыу буйынса иң яҡшы дәрес» республика конкурсына йомғаҡ яһалды. Конкурсҡа республиканың төрлө ҡалала һәм райондарынан 160-тан артыҡ эш тәҡдим ителгән. Эксперттар улар араһынан иң яҡшыларын һайлап алған.
Еңеүселәр һәм лауреаттар араһында Нефтекама ҡалаһынан да уҡытыусылар бар. Ләйсән Пыжьянова (3-сө мәктәп), Гөлназ Ғарипова (башҡорт гимназияһы), Миләүшә Шәкирйәнова (42-се балалар баҡсаһы) еңеүселәр рәтендә булһа, Гөлнара Ғимаева (15-се мәктәп), Ирина Камалетдинова, Сулпан Ғөбәйҙуллина (28-се балалар баҡсаһы), Миләүшә Кривченкова (10-сы мәктәп «Белем биреү үҙәге»), Флүсә Хәмидова (7-се мәктәп) лауреаттар рәтендә. Еңеүселәрҙе ысын күңелдән ҡотлайбыҙ!
Читайте нас