Ял көндәрендә республикалағы һауа торошона антициклон йоғонто яһай. Яуым-төшөмдөң артыуы ихтимал – урыны менән бер аҙ ҡар яуа, республиканың көнбайышында уртаса. Юлдарҙың айырым участкаларында боҙлауыҡ. Һауа температураһы төнгө сәғәттәрҙә -6,-11, аяҙытҡанда -12,-17 градус, көндөҙ -3,-9 градус.
Рәсәй Гидрометеорология үҙәге фаразы буйынса, 7-17 декабрҙә уртаса һауа температураһының норманан 1-2 градусҡа юғарыраҡ, республиканың көнсығышында нормаға ярашлы булыуы көтөлә.