Ағиҙелдә медицина хеҙмәткәрҙәренең Спартакиадаһы үтте. Ярыштарҙа Нефтекама, Дүртөйлө, Яңауыл ҡалалары, Краснокама, Тәтешле һәм Ҡалтасы райондары дауаханаларынан йыйылма командалар ҡатнашты. Тормоштарын спорт менән бәйләгән табиптар, шәфҡәт туташтары, водителдәр, санитарҙар төрлө спорт төрҙәрендә: саңғы шыуыу, йөҙөү, волейбол, шахмат,теннис, пневматик мылтыҡтан атыуҙа ярышты. Баш табиптар ҙа ситләшмәне, улар дартс, баскетбол кәрзиненә туп атыу, оҙонлоҡҡа һикереү, атыуҙа көс һынашты. Беренселекте Краснокама районы Николо-Березовка ауылы дауаханаһы баш табибы Фәғит Бәҙертдинов еңеүсе булды. Ярыштар һөҙөмтәһендә Нефтекама ҡалаһы дауаханаһы командаһы беренсе урынға сыҡты, икенсе урын дүртөйлөләрҙә, өсөнсө урынды ҡалтасылар яуланы.