Ҡурай
+10 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл

Кисә Өфөлә халыҡ-ара мәғариф салоны асылды

Мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре үтә.

6 ноябрҙә ВДНХ-Экспо майҙансығында өсөнсө Өфө халыҡ-ара мәғариф салоны асылды. Бында мәғарифтың заманса системаһының төп йүнәлештәре, яңы технологиялар һәм уҡытыу саралары күрһәтелә. Форумда кадрҙарҙы ҡайтанан әҙерләү системаһы, өҫтәмә һәм бизнес-белем биреү мөмкинлектәре тураһында мәғлүмәт алырға мөмкин.
Хөкүмәт премьер-министры урынбаҫараы Фәнүр Йәғәфәров салонды асыу тантанаһында Башҡортостанда мәғарифты үҫтереү мәсьәләләренә етди иғтибар бүленеүен билдәләне. Республика етәксеһенең «сентябрь указы»нда амбициялы бурыстар ҡуйылған. Атап әйткәндә, Башҡортостанда биш йыл дауамында 50 балалар баҡсаһы, 60 мәктәп төҙөү һәм реконструкциялау күҙаллана. Был икенсе смена проблемаһын хәл итергә мөмкинлек бирергә тейеш.
Вице-премьер һүҙҙәренсә, Башҡортостанда тағы 12 полилингваль мәктәп асыу күҙаллана. Был мәктәптәрҙә уҡыусыларҙы туған, шулай уҡ сит телдәрҙә камил һөйләшергә өйрәтеү маҡсаты ҡуйыла. Өфөлә ошондай ике мәктәп эшләй башланы ла инде. Республикала шулай уҡ һәләтле балаларҙы асыҡлау һәм үҫтереү өсөн мәғариф үҙәге барлыҡҡа килә, балалар технопарктары һәм кванториумдар асыу эше артабан да дауам итә.
Фәнүр Йәғәфәров әйтеүенсә, юғары уҡыу йортонда белем биреүҙе үҫтереүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә, алдағы йылдарҙа республикала донъя кимәлендәге ғилми-белем биреү үҙәге булдырыла, унда икеләтә, шул иҫәптән халыҡ-ара программалар буйынса уҡырға мөмкин. Вуз-ара студенттар кампусы ла төҙөлә.
Күргәҙмәлә республиканың барлыҡ төп юғары уҡыу йорттары һәм мәғариф учреждениелары үҙ стендтарын ҡуйған.
Өфө халыҡ-ара салонының эшлекле программаһында мәғариф системаһының бөтә йүнәлештәре буйынса түңәрәк өҫтәлдәр, панель дискуссиялар, оҫталыҡ дәрестәре үтте. Бөтәһе 200-гә яҡын сара планлаштырылған.
Мәғлүмәт сығанағы: http://www.bashinform.ru
Читайте нас