Ҡурай
+9 °С
Облачно

Тәтешле район хакимиәте башлығы студенттар менән осрашты

Сарала ҡатнашҡан һәр студентҡа медицина кейеменә сертификат тапшырылды.

Район хаҡимиәте башлығы Рушан Гәрәев Башҡорт дәүләт университетында белем алыусы яҡташ студенттар менән осрашты. Өфөлә уҙған был сарала шулай уҡ хаҡимиәт башлығы урынбаҫары Рәлиф Рәхимов һәм үҙәк район дауаханаһы баш табибы Нияз Зиятдинов ҡатнашты.
Студенттар райондың социаль-иҡтисади перспективаһы, һаулыҡ һаҡлау өлкәһендәге пландар менән танышты. Осрашыуҙа эшкә урынлашыу мәсьәләләре, урындағы үҙидара органдары тарафынан күрһәтеләсәк ярҙам, «Ауыл табибы», «Ауыл фельдшеры» проекттарының тормошҡа ашырылыуы тураһындағы һорауҙар күтәрелде.
Район хаҡимиәте сарала ҡатнашҡан һәр студентҡа медицина кейеменә сертификаттар тапшырҙы.
Читайте нас