Рәсәй Президенты Владимир Путин быйыл августа Северодвинск эргәһендә өр-яңы ракета двигателе ҡулайламаһын һынағанда һәләк булған хеҙмәткәрҙәрҙе Батырлыҡ ордены менән бүләкләне. Ордендарҙы ул ҡаһармандарҙың тол ҡатындарына тапшырҙы.
Архангел өлкәһендәге хәрби полигонда был хәл 8 августа булды. “Росатом” хәбәр итеүенсә, шыйыҡ яғыулыҡлы реактив двигатель ҡулайламаһы шартлау һөҙөмтәһендә Бөтә Рәсәй эксперименталь физика ғилми-тикшеренеү институты хеҙмәткәрҙәренең ғүмере өҙөлдө.
Рәсәй Президенты орден тапшырыу тантанаһында билдәләүенсә, һынау үткән үҙенсәлекле ҡоралдың донъяла тиңе юҡ, һәм Рәсәй уны камиллаштырыуҙы дауам итә. Бындай технологияға эйә булыуҙы Президент “планетала тыныслыҡтың ышаныслы мөһим гарантияһы” тип атаны.
Фото: kremlin.ru Автор: Лилия Давлетбакова
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru