Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
29 Ноябрь 2019, 16:20

«Спорт» категорияһында – еңеүсе!

Йыл һайын уҙғарылыусы «Республика намыҫы өсөн!» фестиваль-конкурсында мәғариф, мәҙәниәт, йәштәр сәйәсәте, ғаилә, спорт, киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре ҡатнаша.

Үҙ хеҙмәте, тыуған төбәгенә, кешеләргә булған ҡарашы менән хөрмәткә лайыҡ шәхестәр улар. Быйыл улар араһында Тәтешле районының «Планета Спорт» физкультура-сәләмәтләндереү комплексы директоры, еңел атлетика буйынса халыҡ-ара класлы спорт мастеры, Бөтә Союз һәм Бөтә Рәсәй ярыштары еңеүсеһе, донъя кубогы этабы еңеүсеһе, Рәсәй чемпионы Нәсибулла Хөснуллин да бар. Ул «Халыҡ таныуы» номинацияһының «Спорт» категорияһында еңеүсе булды.
Читайте нас