Ҡурай
+12 °С
Облачно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
3 Декабря 2019, 05:40

Өфөнән – бүләктәр менән

Яңауыл уҡытыусылары республикала беренселәр рәтендә

29 ноябрҙә Башҡортостан Республикаһы Мәғарифты үҫтереү институтында «Электрон белем биреү саралары ҡулланылған иң уңышлы дәрес» конкурсының еңеүселәрен тәбрикләнеләр.
Сараға Яңауыл ҡалаһының И.Ш. Мөҡсинов исемендәге гимназияһы башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ла саҡырылғайны.
Лена Радик ҡыҙы Ғабдуллина бәйгелә беренсе, Альбина Әҙим ҡыҙы Ғарипова икенсе урын яуланы. Улар диплом һәм приздар менән бүләкләнде.
Әйткәндәй, Лена Радик ҡыҙы ошо уҡ конкурста ике йыл элек беренсе урын яулағайны
Читайте нас