Район мәҙәниәт йорто алдындағы матур ҡупшы шыршы краснокамаларға яҡынлашып килеүсе байрам тураһында иҫкә төшөрөп тора. Тиҙҙән уны уйынсыҡтар һәм сағыу Яңы йыл иллюминациялары менән биҙәйәсәктәр.
Әлегә Яңы йыл әкиәтен булдырыуҙа һәр теләгән кеше ҡатнаша ала. Район хакимиәте иң яҡшы шыршы уйынсығы конкурсында ҡатнашырға саҡыра.
Шулай итеп, һәр кемгә үҙенең ижади һәләттәрен күрһәтеү мөмкинлеге бирелә. Иң яҡшы тип табылған уйынсыҡтар менән район үҙәгендәге Яңы йыл шаршыһын биҙәйәсәктәр.