Ҡурай
+4 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
5 Декабря 2019, 13:40

Водителдәрҙе 2020 йылдан үҙгәрештәр көтә...

Илдә машина йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихандарҙың бер этабы бөтөрөлөргә мөмкин.

Добавить в предпочтительные источники Google
Илдә машина йөрөтөү таныҡлығы алыуға имтихандарҙың бер этабы бөтөрөлөргә мөмкин.
Төҙәтмәләрҙе киләһе йылда индермәкселәр.
2020 йылдың октябренән машина таныҡлығы алғанда имтихандың ябыҡ майҙансыҡтағы этабын ғәмәлдән сығарырға уйлайҙар.
ЮХХДИ бер нисә норматив-хоҡуҡи акт әҙерләй, шуларҙың береһе имтихан үткәреү ҡағиҙәләренә ҡағыла. Үҙгәрештәр B, C һәм D категориялары буйынса таныҡлыҡҡа имтихан тапшырыусыларға ҡағыласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, киләһе йылдың июленән Рәсәйҙә машина йөрөтөүселәр өсөн медицина тикшереүенең дә яңы тәртибе индереләсәк. 2020 йылдың уртаһынан барлыҡ граждандарға алкоголизмға һәм наркотиктар ҡулланыуға анализдар тапшырырға тура киләсәк.
Читайте нас