Ҡурай
-1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
6 Декабрь 2019, 12:05

Республикала "комендант сәғәте"н оҙайтмаҡсылар

Йәйге каникулдарҙа төнгө 12-гә тиклем йөрөп булмаҫтыр...

Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай депутаттары балалар өсөн "комендант сәғәте"н бер сәғәткә оҙайтырға ниәтләй.
Әле республикала 17 йәшкә тиклем балаларға уҡыу йылы башынан киске сәғәт 10-дан таңғы 6-ға тиклем йәмәғәт урындарында яңғыҙ йөрөү тыйылған. Йәйен иһә, ваҡыт оҙайтыла - төнгө 12-нән таңғы 6-ға тиклем.
Депутаттар йәйге ваҡытты ҡыҫҡартып, төнгө 11-ҙән таңғы 6-ға ҡәҙәр сикләргә йыйына. Улар быны йәйге ваҡытҡа күскәндән һуң ҡараңғы иртә төшә башлау менән аңлата.
Депутаттарға "комендант сәғәте"н оҙайтыуҙы һорап ата-әсәләрҙән, хоҡуҡ һаҡлау органдарынан да мөрәжәғәттәр булған.
Читайте нас