Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
6 Декабря 2019, 03:25

Юллама буйынса эшкә ебәрәсәктәр

Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә Милли медицина палатаһы менән берлектә медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәргә йүнәлтмә биреү буйынса тәҡдимдәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.#ВладимирПутин

Президент Владимир Путин Рәсәй Хөкүмәтенә Милли медицина палатаһы менән берлектә медицина юғары уҡыу йорттарын тамамлаған белгестәргә йүнәлтмә биреү буйынса тәҡдимдәр исемлеген әҙерләргә ҡушты.

Быйыл 1 декабрҙән ғәмәлгә инәсәк закон буйынса, төбәк, федераль бюджет иҫәбенә уҡыған студенттар муниципаль, дәүләт учреждениеларына билдәле ваҡытҡа эшкә ебәреләсәк. Был үҙгәреш район һәм ауыл­дарҙы медицина хеҙмәткәрҙәре менән тәьмин итеү­гә йүнәлтелгән. Элекке совет осорондағы тәжри­бәне ҡайтарыу эшһеҙлекте кәметеүгә лә булышлыҡ итәсәк һәм йәш белгестең хеҙмәт баҫҡысында ла сағылыш табасаҡ.
Сығанаҡ: "Башҡортостан" гәзите сайты
Фото: stgmu.ru
Читайте нас