Ҡурай
+16 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
7 Декабря 2019, 11:00

ЙОНДОҘНАМӘ (9 – 15 декабрь)

Ялдарығыҙ күңелле үтһен!

ҠУҘЫ
Һәр мәсьәләне уйлап хәл итһәгеҙ, һөҙөмтәһе шунда уҡ күренер. Эштә барыһы ла көйләнер, шәхси тормошта ла уңыштар көтөр. Аҡсалата бүләк алыуығыҙ ихтимал. Элекке хыялығыҙҙы тормошҡа ашырыу өсөн бик ҡулай мәл.

БУҒА
Был аҙнала барыһы ла һеҙгә тартылып торасаҡ. Айырыуса ҡаршы енес вәкилдәре. Шуға күрә яңғыҙаҡтар өсөн үтә уңайлы осор. Тартынып тормай яңы танышлыҡтар булдырығыҙ, моғайын, кире ҡаҡмаҫтар.

ИГЕҘӘКТӘР
Яңы проекттар еңел генә тормошҡа ашасаҡ. Мәлде файҙаланып ҡалығыҙ, етәкселек мотлаҡ күрәсәк һәм баһалаясаҡ. Ғаилә ағзалары иғтибарығыҙҙы талап итә, уларға ла ваҡыт табырға тырышығыҙ.

ҠЫҪАЛА
Ауыр эштәрҙән ҡасмағыҙ. Уларҙы барыбер һеҙгә башҡарырға тура киләсәк. Ә инде уңышлы тормошҡа ашырылғаны карьерағыҙға тик ыңғай йоғонто яһаясаҡ. Әйткәндәй, был осорҙа һаулығығыҙ тураһында ла уйларға онотмағыҙ. Табипҡа күренеү артыҡ булмаҫ.

АРЫҪЛАН
Теләктәрегеҙ мөмкин­лектә­регеҙ менән тап киләсәк. Нимә башлаһағыҙ ҙа, килеп сығырға тейеш. Шуға күрә ҡыйыуыраҡ булығыҙ. Был осорҙа яҡындарығыҙ иғтибар талап итә. Борсолаһы түгел, бөтә нәмәгә лә өлгөрөрһөгөҙ.

ҠЫҘ
Яҡындарығыҙ, хеҙмәттәш­тәрегеҙ менән мөнәсәбәттәрҙе яҡшыртыр өсөн уңайлы осор. Айырыуса электән үпкәләткән кешеләрегеҙ булһа, дуҫлашыу сараһын табығыҙ. Уларҙың да, һеҙҙең дә кәйефегеҙ күтәрелер.

ҮЛСӘҮ
Һеҙгә ял итергә ваҡыт. Эштә бер ни тиклем көсөргәнеш бар кеүек. Бының сәбәбе – тал­сығыуҙа. Ғаиләгеҙ, балалар менән бергә күңелле итеп ваҡыт үткәрһәгеҙ, көс-ҡеүәт тупланыр. Яҡындарығыҙға иғти­барлыраҡ булығыҙ.

САЯН
Хистәрегеҙҙе йәшерегеҙ. Насар уйлы кешеләр ихлас­лығығыҙҙы файҙаланып, зыян килтереүе ихтимал. Башҡа йәһәттән һәйбәт осор. Ҙур эштәр башларға йыйынһағыҙ, бының өсөн ваҡыт етте. Һәр йәһәттән уңырһығыҙ.

УҠСЫ
Насар белгән кешеләргә серегеҙҙе асмағыҙ. Бының кире яғы сығыуы ихтимал. Ҙур ғына килем алыуығыҙ бар. Шулай уҡ элекке бурыстарҙы ҡайтарасаҡтар. Аҡсаны дөрөҫ тотоноғоҙ, аҙаҡ үкенерлек булмаһын.

ЫЛАҠ
Һеҙҙе борсоған проблема­ларға икенсе күҙлектән ҡарағыҙ әле. Улар шул тиклем үк мө­һимме икән? Тынысланығыҙ, уйлағыҙ, шунан ғына эшкә тотоноғоҙ. Ҙур әйберҙәр алыу, ғаилә ҡороу өсөн уңайлы аҙна.

ҺЫУҒОЯР
Алдан уйлап эш итһәгеҙ, ҙур уңыш көтә. Карьера буйынса үҫеү, эш хаҡына өҫтәмә һорау өсөн уңай мәл. Етәкселек һеҙҙең һорауҙарға ҡаршы килмәҫкә тейеш. Кесе йомала мөһим осрашыу көтөлә.

БАЛЫҠ
Оҙайлы һәм файҙалы бәй­ләнештәр булдырыу өсөн яҡшы осор. Ҡыҙыҡлы тәҡдимдәр бул­һа, баш тартмағыҙ. Яңы кешеләр менән танышыу ҙа яҡшы һөҙөмтә кил­термәксе. Ҡулығыҙға мул ғына аҡса инеүе ихтимал.
Сығанаҡ: https://bash.rbsmi.ru
Читайте нас