Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
8 Декабря 2019, 12:45

31 декабрҙән 1 ғинуарға ҡараған төндә йылы һауа торошо көтөлә

Алдан фаразлауҙар буйынса, Башҡортостанда Яңы йыл төнөндә һауа торошо республика халҡы өсөн уңайлы буласаҡ.

31 декабрҙә бер аҙ ҡар яуасаҡ. һауа торошо -4 градус тирәһе көтөлә. Төнөн иһә саҡ ҡына һыуытып ебәрәсәк.
Яңы йылдың беренсе көнөндә -5, -7 градусҡаса һыуыҡ буласаҡ.
«Башгидромет» үҙәге белгестәре аңлатыуҙарынса үтеп барыусы йылдың декабрь айы йылы буласаҡ.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, былтыр Яңы йыл төнөндә 30 градусҡаса һыуыҡ булды.
Читайте нас