Ҡурай
+13 °С
Ясно
Республика яңылыҡтары
10 Декабря 2019, 00:15

Бөрөлә подъездар ремонтланасаҡ

2020 йылда «Торлаҡ һәм ҡала мөхите» милли проекты сиктәрендә ремонт эштәре атҡарыласаҡ подъездар билдәләнгән.

Быйыл 20 күп ҡатлы йортта 56 подъезд ипкә килтерелгән инде. Әле ҡабул итеү-тапшырыу акттары тултырыла. Киләһе йылда ҡалалағы 25 күп ҡатлы йортта 56 подъезд ремонтланасаҡ.
Республика бюджетынан өҫтәмә бүленгән аҡсаға иһә Тыныслыҡ урамындағы 72, 134-а, Киров урамындағы 24/4, 30-а коридор тибындағы йорттарҙың дүрт подъезы ремонтлана. Бында матурлап биҙәү, стеналарҙы буяу, түшәмдәрҙе һәм яҡтыртҡыстарҙы алмаштырыу эштәре бара. Әле подрядсы хеҙмәткәрҙәре Тыныслыҡ урамындағы 72-се йорттағы подъезды ипкә килтерә.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/B-r-l-56-podezd-remontlanasa-32163/
Читайте нас