Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров «2019 йылда Башҡортостан Республикаһында ауыл ерендә эшләгән йәш уҡытыусыларға гранттар биреү тураһында» ҡарарға ҡул ҡуйҙы.
Был документҡа ярашлы, республиканың ауыл мәктәптәрендә эшләгән 100 йәш уҡытыусы билдәләнгән исемлек раҫланды. Улар араһында Яңауыл районының Сусаҙы-Ябалаҡ ауылы мәктәбе уғытыусыһы Елена Ғилметдинова ла бар. Ул балаларҙы инглиз һәм француз телдәренә өйрәтә.
Грант тураһында Указ быйыл 11 июндә ҡабул ителгәйне. 600 мең һум күләмендәге матди ярҙам ауыл уҡытыусыһы булырға ҡарар иткән йәш белгестәр өсөн ҙур дәртләндереү сараһы булып тора.