Ҡала-районда халыҡтың, бигерәктә йәш һәм күп балалы ғаиләләрҙең торлаҡ шарттарын яҡшыртыу йәһәтенән мөһим саралар башҡарыла, төрлө кимәлдәге дәүләт ярҙамдары күрһәтелә.
Торлаҡ мәсьәләһен хәл итеү йәштәрҙең районда ҡалыуына булышлыҡ итә. "Төҙөлөш комплексын һәм архитектураны үҫтереү" маҡсатлы программаһы сиктәрендә 2017-2019 йылдарҙа 79 йәш ғаилә торлаҡ шарттарын яҡшыртҡан. Дөйөм сумма - 25 миллион һумдан ашыу тәшкил иткән.
Тантаналы сара барышында район хакимиәте башлығы Руслан Ғиләзетдинов был шатлыҡҡа эйә ғаиләләрҙе ихлас күңелдән ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе.
Өс бала үҫтергән Лилиә һәм Илдар Рәхимовтар ҙа торлаҡ сертификатына эйә булдылар. Улар дәүләт ярҙамын биш йыл көткәндәр. Киләсәктә торлаҡ шарттарын яҡшыртырға уйлайҙар.
- Хөкүмәтебеҙҙең йәш ғаиләләргә күрһәткән ярҙамына сикһеҙ рәхмәтлебеҙ. Торлаҡ сертификаты ипотеканың бер өлөшөн ҡапларға ярҙам итәсәк, яйлап бурыстан ҡотолабыҙ, - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты йәштәр.
Фото: район хакимиәте сайтынан.