Ҡурай
+27 °С
Облачно
Республика яңылыҡтары
18 Декабря 2019, 07:00

Алыҫҡа поезд менән барам тиһәң билетҡа 30 процент "скидка" ал!

13 декабрҙән алып плацкарт вагондарына билеттар 30 процент ташлама менән һатыла.

Федераль пассажирҙар компанияһының акцияһы алыҫ араға йөрөүсе поездарының ситке өҫкө һәндерәләренә (38 һәм 54), вагондың аҙағында урынлашҡан урындарға (34-36) эшләй. Осһоҙло билеттарҙы 13 декабрҙән 2020 йылдың февралендә тиклем, 25 февралдән 6 мартҡа тиклем йөрөгән поездарға алырға була. №146/145 Мәскәү – Назрань поезына ташлама ғәмәлдә түгел.

Фото: "Бәйләнештә" селтәренән
Яңылыҡ авторы: Айбулат Ишназаров
Сығанаҡ https://yeshlek.rbsmi.ru
Читайте нас