Ошо көндәрҙә министр Закон сығарыусылар советы кәңәшмәһендә тағы бер тапҡыр ошо хаҡта хәбәр итте. Һүҙ әлегә сирлеләрҙең бер төркөмө – миокард инфарктын йәки йөрәгенә, ҡан тамырҙарына операция эшләткәндәр – тураһында бара, тип хәбәр итә ТАСС.
Әйткәндәй, йөрәк-ҡан тамырҙары сирҙәрен иҫкәртеү, уларҙы дауалауға ҡарағанда, күпкә отошлораҡ һәм сығымһыҙыраҡ. Ғөмүмән, сәләмәтлегебеҙгә ҡарата һаҡсыл булайыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, инсульт йыш ҡына төндә һәм таңға ҡарай теркәлә икән. Кешенең һул ҡулы һәм һул аяғы хәлһеҙләнә, телмәре насарлана, йотоуы ауырлаша башлай. Был осраҡта тиҙ генә “ашығыс ярҙам” машинаһын саҡырырға кәрәк. Баҡтиһәң, был сир осрағында “терапия тәҙрәһе” теркәлә һәм ул дүрт, биш сәғәт була. Был – кеше ғүмере өсөн иң мөһим, иң ҡиммәтле ваҡыт. Бына ошо йөрәк сиренең тәүге билдәләрен һиҙемләү мөһим. Ә иң яҡшыһы: һаулығыбыҙ хаҡында даими хәстәрлек күрәйек. Ғүмер – бер генә.