Район хакимиәте башлығы Илшат Вәзиғәтов «Ялҡын» халыҡ бейеү ансамбле артистары менән осрашты. Коллектив һәм уның етәксеһе Әхиәр Хәлитов ҡунаҡты яңы бейеү костюмдарында ҡаршы алды.
Ошо көндәрҙә «Байык-2019» бейеү конкурсына йомғаҡ яһалған. «Башҡортостан» Дәүләт концерт залында беҙҙең республиканан ғына түгел, ә илдең башҡа төбәктәренән дә бейеү коллективтары йыйылған. «Ялҡын» конкурс символы бәллүр ситек һәм «Халыҡ йолаларына тоғоролоҡ һәм башҡорт бейеүенә һөйөү» исемле махсус приз алып ҡайтҡан.
«Уңыш һәм ҡаҙаныштарығыҙ, бай тарихлы һәм етди потенциаллы коллектив булыуығыҙ менән ғорурланабыҙ, - тине Илшат Вәзиғәтов. - Республика һәм төбәк-ара фестиваль һәм конкурстарҙа гел генә ҡатнашаһығыҙ. Башҡарыу оҫталығы буйынса Ғәскәров ансамбле менән көс һынаша алаһығыҙ, тип уйлайым».
Илшат Әғзәм улы бейеүселәргә рәхмәтен белдерҙе һәм ижади уңыштар теләне.