25 декабрҙә Яңауылда «Ағиҙел» журналының баш мөхәррире Рәлиф Кинйәбаев булып китте. Уның килеүе яңауылдар өсөн шатлыҡлы булды. «Абруй-рейтинг» агентствоһы йыл йомғаҡтары буйынса (журнал уҡыусылар ярҙамы менән, мәғлүмәт сараларына таянып, йылдың төп ваҡиғаларын, лайыҡлы шәхестәрен, республика тормошонда әһәмиәтле урын тотҡан күренештәр һайлап алына) Яңауыл республика ҡалалры араһында иң яҡшыһы тип танылған.