Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
4 Ғинуар 2020, 09:00

“Владимир Путин Германия мәҙәниәтенә ғашиҡ”

“Яңылыҡтар” реклама-мәғлүмәт агентлығы Владимир Путиндың Рәсәйгә етәкселек итеүенең 20 йыллығына арналған проектты тормошҡа ашыра.

Ул Владимир Владимировичты оҙаҡ йылдар белгән Рәсәй һәм сит ил сәйәсмәндәре, йәмәғәт эшмәкәрҙәре һәм спортсылар менән әңгәмәләр шәлкемен үҙ эсенә ала.
1999 йылдың 31 декабрендә Борис Ельцин отставкаға сығыуы тураһында иғлан иткәс, президент вазифаһын башҡарыусы итеп Хөкүмәт Рәйесе Владимир Путин тәғәйенләнә. Тиҙҙән ул Рәсәй Президенты итеп һайлана. 2000 йылда Германияла Александр Рарҙың “Владимир Путин. “Немец” в Кремле” тигән китабы донъя күрә.
“Владимир Путиндың Германияға айырым мөнәсәбәте уның биографияһынан да, иртә карьераһынан да асыҡ күренә. Ул немец телен үҙләштерә, Германияны, эш урыны булараҡ ҡына түгел, ошо илде, уның мәҙәниәтен һәм тарихын тәрән аңлап, яратып өйрәнә”, – тигән фекерҙә Путиндың немец биографы, политолог һәм журналист Александр Рар.
Уның әйтеүенсә, “Путин Рәсәйгә ҡайтҡас та Германияға йыш килгән, Санкт-Петербург мэры урынбаҫары вазифаһында ла Ленинград менән Германия араһындағы мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү, немец компанияларына булышлыҡ итеү өсөн байтаҡ көс һалған”. “Владимир Путиндың ошо өлкәләге тырышлығын биографияла ентекле һүрәтләнем, шуға ла китапты “Немец” в Кремле” тип атаным, – ти журналист.
Нәшриәттең талабы буйынса китапты уға ни бары өс ай эсендә яҙырға тура килә, Путин менән дә шәхсән аралашырға форсат булмай. Германияла китап сыҡҡас, Рарға Кремлдән шылтыраталар. “Миңә Кремлдән шылтыратып, Рәсәй лидерының осрашырға теләүе тураһында белдерҙеләр. Баҡтиһәң, китап унда ҡыҙыҡһыныу тыуҙырған икән. Табында Владимир Владимирович менән әңгәмәләштек, шул иҫәптән китап тураһында ла һөйләштек”, – тине ул.
Журналист әйтеүенсә, Путин тураһындағы китапты ул “немец уҡыусылары” өсөн яҙған, ләкин Германияла сығып бер йыл үтеүгә, ул рус теленә тәржемә ителә. Рәсәй лидерының тәүге көнбайыш биографияһы бер нисә тапҡыр нәшерләнә, ә уның дөйөм тиражы миллион дананан артып китә.
#ВладимирПутин
Фото: yandex.fr
Автор: Лилия Давлетбакова
Читайте нас