Ҡурай
+11 °С
Ясно
Еңеүгә - 80 йыл
Республика яңылыҡтары
7 Января 2020, 04:45
Владимир Путин ҡотланы
Рәсәй Президенты Владимир Путин М.В. Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейы хеҙмәткәрҙәрен музейҙың 100 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.
Дәүләт Башлығының телеграммаһы Кремль сайтында донъя күрҙе.
“Музейға яҡташығыҙ – мәшһүр рәссам, энтузиаст Михаил Васильевич Нестеров нигеҙ һалған. Ул тыуған ҡалаһына үҙенең, шулай уҡ башҡа бик күп талантлы оҫталарҙың үҙенсәлекле ижади эштәренән торған бай коллекцияһын бүләк иткән”, – тиелә ҡотлауҙа.
Президент әйтеүенсә, тап Нестеров йыйған коллекция “музейҙағы бай экспозицияның нигеҙен тәшкил итә”. Түңәрәк дата – Өфөнөң һәм бөтә Башҡортостандың мәҙәни тормошонда иҫтәлекле ваҡиға, тип билдәләй Президент. “Бик күп быуын хеҙмәткәрҙәрҙең юғары компетентлығы, һоҡланғыс һөнәри йолалар һөҙөмтәһендә музей сәнғәт һөйөүселәр араһында лайыҡлы абруйы ҡаҙана, ә уның фондтары өр-яңы ҡыҙыҡлы экспонаттар менән байыҡтырыла”, – тине Владимир Путин.
Дәүләт Башлығы учреждение коллективына һөнәри уңыштар һәм художестволы, рухи, тарихи мираҫты һаҡлап ҡалыу буйынса һөҙөмтәле эш теләне.
Фото: gorobzor.ru
Автор: Лилия Давлетбакова
Сығанаҡ https://bash.rbsmi.ru/articles/-bi-t-m-m-ni-t/Vladimir-Putin-otlani-64717/
Читайте нас
Новости партнеров
Фотобанк журналистов РБ
Рубрика "Еда и напитки"
Рубрика "Животные"