Ҡурай
-5 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Республика яңылыҡтары
10 Ғинуар 2020, 12:15

«Алтын ҡулдар» матурлыҡ ижад итә

Эштәр грант сараларына башҡарыла

9 ғинуарҙа Яңауылда «Альтаир» халыҡты социаль хеҙмәтләндереү үҙәге эргәһендә эшләп килгән «Алтын ҡулдар» клубы ағзалары йәнә осрашты. Хәҙер улар Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто педагогы Оксана Хөсәйенова менән бергә «Алмазная вышивка» түңәрәгендә шөғөлләнәсәк, картиналар ижад итәсәк.
«Алтын ҡулдар» клубы уҙған йылдың сентябрь айында барлыҡҡа килгәйне. Сентябрь айынан башлап декабргә тиклем өлкән йәштәгеләр, шулай уҡ сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән граждандар «Поделки из фоамирана», «Дизайн-студия» түңәрәктәрендә шөғөлләнде. Был эштәр Рәсәй Федерацияһы Президенты гранты сараларына башҡарыла.
Читайте нас