Ҡурай
+17 °С
Дождь

Яңауылда яңы концерт майҙансығы үҫеп сыҡты

Объект дәүләт программаһына ярашлы төҙөлдө

Республикала, шул иҫәптән районыбыҙҙа «Уңайлы ҡала мөхите булдырыу» дәүләт программаһын тормошҡа ашырыу дауам итә. Өҫтөнлөклө проект сиктәрендә ихаталар һәм йәмәғәт биләмәләре төҙөкләндерелә, ҡала һәм райондарҙа урамдар, йорт алдары тәртипкә килтерелә. Был йәһәттән беҙҙең ҡалала ла байтаҡ эштәр башҡарыла.
Әйтәйек, бер нисә көндә ҡаланың үҙәк майҙанында яңы концерт майҙансығы үҫеп сыҡты. Иҫке сәхнә үткән йылдың октябрендә Азин урамы буйынса юлды ремонтлағанда һүтелгәйне.
Объекттың заказсыһы булып ҡала биләмәһе хакимияте сығыш яһаған. Эштәрҙең күләме 2,6 миллион һумдан артыҡ тәшкил иткән.
Читайте нас