Ҡурай
+29 °С
Облачно

Радий Хәбиров – Тәтешле районында

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың республика райондарына 2020 йылдың беренсе эш сәфәре Тәтешле районынан башланып китте.

Күрҙем ауылында 50 урынға иҫәпләнгән балалар баҡсаһын төҙөү дауам итә. Ул республика маҡсатлы социаль программалар фонды аша финанслана. Объектты июль айына тамамларға ниәтләйҙәр. Бында физкультура, музыка залдары, медицина һәм аҙыҡ-түлек блоктары буласаҡ. Проект буйынса уйын һәм хужалыҡ зоналары булдырыу ҡаралған. Әлеге ваҡытта төҙөүселәр бинаның стеналарын күтәрә.
Ауылдың иҫке балалар баҡсаһы 1985 йылда сафҡа индерелгән һәм ул инде заман талаптарына яуап бирмәй ине. Әлеге көндә унда 50 бала йөрөй. Балаларға ризыҡ урындағы продукцияны ҡулланып әҙерләнә. Һөт ризыҡтары район үҙәгендәге һөт комбинатынан килтерелә.
Азат Ғиззәтуллин.
Мәғлүмәт һәм фото сығанағы: http://www.bashinform.ru/
Читайте нас